Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 7:6 - Инжил

6 Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға иҫкесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса, йәғни Изге Рух етәкселегендә, хеҙмәт итәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 7:6
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.


Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.


Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ?


Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош.


Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек.


Имандаштар, ҡанунды белгән кешеләр булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә.


Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун аша уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат ителә.


Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.


Сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтләнмәүҙең дә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кешене булдырыусы Алла, Үҙе тураһында тулыһынса белдереү өсөн, һеҙҙе һәр ваҡыт Үҙенә оҡшаш итеп үҙгәртеп тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ