Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 7:5 - Инжил

5 Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 7:5
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға.


Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.


Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы.


Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.


Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.


Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ.


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.


әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора.


Үлемдең ҡаяуы – гонаһ һәм гонаһтың көсө – ҡанун.


Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ.


Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә.


Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Күңелегеҙҙә тартышып йәшәгән мин-минле теләктәрҙән түгелме?


Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ