Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 7:4 - Инжил

4 Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 7:4
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.


Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.


Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.


Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.


Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.


Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.


Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ?


Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош.


Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ирҙеке лә булһа, зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай.


Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит.


Һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.


Ҡанун әмерҙәрен һәм ҡағиҙәләрен ғәмәлдән сығарҙы. Ул, именлек урынлаштырып, ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырҙы.


Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.


Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.


әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барған итеп ҡуйыу өсөн, Улының кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы.


Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.


Ул Үҙенең талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы.


Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ:


Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайык. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.


Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ