22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым,
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра бара.
Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен,
Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп ташланығыҙ
Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.
ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.