Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 6:6 - Инжил

6 Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 6:6
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ.


Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош.


Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын.


Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.


Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ