Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 6:3 - Инжил

3 Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтөнөбөҙҙөң дә Уның үлеменә сумдырылыуы тураһында белмәйһегеҙме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтәбеҙҙең дә Уның үлеменә сумдырылыуын белмәйһегеҙме ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 6:3
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды.


– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле.


Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер.


Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ.


Имандаштар, ҡанунды белгән кешеләр булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә.


Бөтөнөһө лә болот аҫтында булып диңгеҙ аша үткәнлектән, һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр,


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Үлеләр хаҡына сумдырылғандар ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға?


Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни?


Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Алла Йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ.


Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ.


Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә сумдырылыу йолаһы үтеп, Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була.


Эй Аллаға хыянатсылдар, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.


Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ