Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 6:16 - Инжил

16 Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Белмәйһегеҙме ни: үҙегеҙҙе тыңлаусан ҡол итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡоло булаһығыҙ. Гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында тәҡүә булыуға алып килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 6:16
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән.


Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡманы, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Израиль халҡына зарланып, Аллаға:


Шулай итеп, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ, был Аллаға һеҙҙең ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәр артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.


Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни?


Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?


Донъяның изгеләр хөкөмөнә ҡаласағын белмәйһегеҙме ни? Донъя һеҙҙең хөкөмгә ҡала икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итергә ҡулығыҙҙан килмәйме ни?


Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни?


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Алла Йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ.


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ