Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 6:14 - Инжил

14 Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 6:14
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ.


Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.


Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.


Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ.


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ!


Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек.


Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә?


Һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.


Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ