Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:21 - Инжил

21 Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән булһа, хәҙер Алланың мәрхәмәте лә хаҡлыҡ менән хакимлыҡ итер һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша кешеләрҙе мәңгелек тормошҡа килтерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:21
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ.


Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.


Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ.


Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер.


Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.


Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Рух һеҙгә тормош бирә.


Алла тарафынан бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде.


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Быны, мәңгелек тормошто, беҙгә Мәсих Үҙе вәғәҙә иткән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ