Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:18 - Инжил

18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:18
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде.


Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.


Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.


Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап,


Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.


Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.


Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ