Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:17 - Инжил

17 Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Берәүҙең енәйәте арҡаһында донъяла үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге алғандар бигерәк тә бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:17
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.


Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.


Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.


Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.


бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.


Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен йөрөтәсәкбеҙ.


Һеҙ, инде беҙҙең бөтөн нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек.


Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсих аша иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ