Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:14 - Инжил

14 Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Шуға ҡарамаҫтан, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем дә, Әҙәмдең ғәйебе һымаҡ гонаһ ҡылмаған кешеләр өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Ниндәйҙер кимәлдә, Әҙәм һуңынан килгән Мәсихкә оҡшаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:14
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.


Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар.


Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.


Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ