13 Донъяла ҡанунға тиклем үк гонаһ булған, әммә ҡанунһыҙ ерҙә гонаһ иҫәпкә алынмай.
13 Донъяла гонаһ ҡанунға тиклем үк булған, әммә ҡанун булмағанда, гонаһ та иҫәпкә алынмай ине.
Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.
Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.
Үлемдең ҡаяуы – гонаһ һәм гонаһтың көсө – ҡанун.
Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора.
Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ.