Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 5:11 - Инжил

11 Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 5:11
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәрйәм былай тип әйткән: – Күңелем минең Раббыны данлай,


Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.


Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү.


Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килешкәс, инде хәҙер татыулашҡан килеш, Мәсих тормошо аша бигерәк тә ҡотоласаҡбыҙ.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ.


Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.


Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған.


Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!


Ғайса Мәсихте Хужа итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Уның менән берлектә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ