Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 4:6 - Инжил

6 Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тәҡүә тип һанаған кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 4:6
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.


Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды.


беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар.


Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала.


«Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле.


Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», – тинек.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ.


Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.


Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе һәм илсеһе Симон Петрҙан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иман ҡабул иткәндәргә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ