21 Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанды.
21 Алланың биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашыра алырына ныҡ ышанды.
Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин, – тине.
Арабыҙҙа булып үткән ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы.
сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!
Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.
Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә.
Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә,
Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала.
Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.
Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.
Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды тиһәң дә була.