15 Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.
15 Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай.
Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.
Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.
Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».
Донъяла ҡанунға тиклем үк гонаһ булған, әммә ҡанунһыҙ ерҙә гонаһ иҫәпкә алынмай.
Үлемдең ҡаяуы – гонаһ һәм гонаһтың көсө – ҡанун.
Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.
Ә ҡанун ни өсөн кәрәк һуң? Ҡанун енәйәтселек булған өсөн һуңғараҡ барлыҡҡа килгән һәм Ибраһим нәҫеленең вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.
Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде.
Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде.
Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ.
Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк.