Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:9 - Инжил

9 Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:9
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.


Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.


Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне.


Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.


Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң?


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)


Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ!


Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын.


Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме?


Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.


Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Әммә уның әһәмиәте юҡ. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға ҡыуанам һәм ҡыуанасаҡмын ғына,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ