6 Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине.
6 Әлбиттә, юҡ. Юҡһа Алла донъяны нисек хөкөм итә алыр ине?
Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.
Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.
Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.
Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.
Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр, һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».