Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:5 - Инжил

5 Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.)

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:5
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы».


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хәҡиҡәте асығыраҡ күренеп, Уның даны һаман арта бара икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм?


Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?


Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде.


Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн гонаһ ҡылыуҙы дауам итергәме?


Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.


Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем.


Быларға өҫтәп тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды.


Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»


Мин быларҙы әҙәмсә фекерләп һөйләйемме? Алла тарафынан Муса аша бирелгән ҡанун да ошо хаҡта әйтә түгелме һуң?


Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,


Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ.


Сөнки үҙем емергән нәмәләрҙе яңынан күтәрәм икән, бының менән мин үҙемдән енәйәтсе яһайым.


Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Күк, уның хаҡында шатлан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән яза менән хөкөм итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ