Римдарға 3:30 - Инжил30 сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма30 сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.