Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:28 - Инжил

28 Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:28
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.


Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.


Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.


Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән.


Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә маҡтанмағыҙ.


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.


Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?


Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ