Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:27 - Инжил

27 Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Шулай итеп, нимәбеҙ менән маҡтана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Эш талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:27
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк.


Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.


Муса ҡанунды үтәү аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәүсе шул талаптар менән йәшәйәсәк».


Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.


Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,


Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең?


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.


Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел.


Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым.


әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора.


Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән.


Израиль иһә ҡанун үтәү юлы аша аҡланыу табырға ынтылды, әммә быға өлгәшә алманы.


Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ