Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:25 - Инжил

25 Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Алла Ғайсаны, инанғандар гонаһтарынан Уның ҡаны аша пакланһын өсөн, ҡорбан итеп билдәләне. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:25
51 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар.


Уҙған быуындарҙа Ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдарынан барырға ирек бирҙе.


Ул борондан билдәле булған ошо эштәрҙе ҡыла.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә.


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.


Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?


Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.


Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.


Шулай итеп, Уның түгелгән ҡаны аша аҡланыуыбыҙ айҡанлы, Алланың асыуынан һис һүҙһеҙ ҡотоласаҡбыҙ.


Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ кисерелә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтәһегеҙ, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ.


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел.


Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр.


Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килә», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Ә һандыҡ өҫтөндә – гонаһтарҙы юйыу урыны тип аталған ҡапҡас, уның ике яғынан Алла данын сағылдырған күктәге ҡанатлы заттарҙың һындары ҡуйылғайны. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.


Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», – тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ