Римдарға 3:24 - Инжил24 Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма24 Барыһы ла Алла мәрхәмәте менән үҙҙәрен гонаһтан йолоп алған Ғайса Мәсихтә Алланың аҡлауын бүләк итеп ала. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.