Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:23 - Инжил

23 Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:23
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.


Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.


Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы.


Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ