Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:22 - Инжил

22 Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:22
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ,


Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек.


Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы.


Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.


Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.


сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай.


Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.


Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.


Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Беҙ Мәсихкә инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды» – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ