2 Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған.
2 Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған.
Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!
Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.
Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән.
ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың.
Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң?
Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?
Улар – израилдәр, Алла уларҙы Үҙ балалары итеп һайлап алды, уларға данын асты, улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибе өйрәтелде, вәғәҙәләр бирелде.
Үҙ белдегем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә мин үҙ белдегем менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.
Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы Хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.
Киреһенсә улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрға йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.
Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.
Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.
Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!
Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.
Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.