Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 3:19 - Инжил

19 Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 3:19
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Миңә бер сәбәпһеҙҙән нәфрәтләнде» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.


Быны ишеткәс, өлкәндәренән башлап бер-бер артлы сығып киттеләр. Ғайса Үҙенең алдында баҫып торған ҡатын менән яңғыҙ ҡалды.


Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ.


Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған.


Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит.


Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр, һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.


Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә?


Ул ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде.


Һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ