12 Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды; яҡшылыҡ эшләүсе юҡ, бер кем дә юҡ.
12 Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, исмаһам, берәү ҡалмаған.
Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.
Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй бер кем дә.
Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, ирендәрендә – йылан ағыуы.
Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине.
Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы.
Һеҙ аҙашып йөрөгән һарыҡтар һымаҡ инегеҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.