11 Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй бер кем дә.
11 Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй һис кем дә.
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.
Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр.
Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡ бер кеше лә юҡ, бер генә лә.
Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды; яҡшылыҡ эшләүсе юҡ, бер кем дә юҡ.
сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.
Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.