1 Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң?
1 Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө бармы һәм сөннәтле булыуҙың файҙаһы нимәлә?
Һеҙ – самарияндар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә.
Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған.
Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.
Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»
Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.