Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:9 - Инжил

9 Эйе, яуызлыҡ ҡылыусы һәр кемгә – тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Эйе, яуызлыҡ ҡылған һәр кемгә – башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:9
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, уға бынан ни файҙа? Ул үҙ йәнен ҡайтарып алыр өсөн нимә бирә алыр икән?


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.


– Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Римға килеп өс көн торғандан һуң Павел йәһүдтәрҙең башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Иерусалимда тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.


Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте.


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек.


Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?


Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе саҡырҙы – йәһүдтәрҙе генә түгел, йәһүд булмағандарҙы ла.


Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә яза бирер,


Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ