Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:6 - Инжил

6 Ул һәр кемгә ҡылған эшенә ҡарап өлөш сығарасаҡ:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:6
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле.


Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эш башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Шунлыҡтан уның хеҙмәтселәренең хаҡлыҡ хеҙмәтселәре ҡиәфәтенә инеүе ғәжәп түгел. Әммә ахыр сиктә улар ҡылған эштәргә ҡарап лайыҡлы язаһы ла буласаҡ.


Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.


Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған эштәренә ҡарап түләр.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


«Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ