Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:29 - Инжил

29 Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:29
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.


«Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа.


Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.


Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй.


Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.


Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң?


Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла әмерҙәрен үтәү генә мөһим.


Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ.


ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ