Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:27 - Инжил

27 Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:27
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә оҡшаған бер ирҙе, Иессей улы Дауытты таптым. Ул Мин теләгән һәр эште башҡарасаҡ», – тигән.


Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора.


Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.


аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең.


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ.


Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәткә ултыртылған булып һаналмаймы?


Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.


сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай.


Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне.


Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла әмерҙәрен үтәү генә мөһим.


Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.


Бөтөн ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».


Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.


Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.


Ғаләмдең Алла һүҙе менән булдырылғанын һәм күҙгә күренеүсе нәмәләрҙең күҙгә күренмәгәндәрҙән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ