24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мәсхәрәләй».
24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мыҫҡыл итә».
Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!
Шуға күрә дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.
Кешеләр Алла исемен һәм тәғлимәтебеҙҙе хурламаһын өсөн, ҡоллоҡта яфа сигеүселәр үҙ хужаларын бөтөн ихтирамға ла лайыҡ тип һанарға тейеш.
дәлилдәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.
Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр.