19 Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,
– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.
Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».
Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ.
Ә инде күҙең насар булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы!
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.
Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.
Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.
ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың.
аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең.
Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.
Беҙ Мәсих хаҡына иҫәр, һеҙ иһә Мәсихкә иманығыҙ арҡаһында аҡыллы. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.
Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.