18 ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың.
Был һиңә үҙеңә өйрәтелгәндәрҙең ышаныслы булыуын күрһәтеп бирер.
Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған.
Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,
Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,
Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.
Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.