Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:17 - Инжил

17 Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:17
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала.


– Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.


Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!


Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса.


Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.


Уға ҡаршы: – Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр, – һәм һис ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас нисек Һин: «Ирекле булырһығыҙ», – тиһең?


Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса. Тегеләр: – Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ бер генә: Ул – Алла, – тинеләр.


Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең?


Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.


Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды.


Улар еврейҙармы? Мин дә! Израилдәрме? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә!


Беҙ тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел.


Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаусылар һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине.


Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны.


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Иблис йыйынынан булғандар, үҙҙәрен йәһүд тип атағандар менән – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин уларҙы аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ