Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:15 - Инжил

15 Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:15
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Быны ишеткәс, өлкәндәренән башлап бер-бер артлы сығып киттеләр. Ғайса Үҙенең алдында баҫып торған ҡатын менән яңғыҙ ҡалды.


Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.


Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.


Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр.


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.


Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Намыҫтары ҡыҙған тимер менән һалған тамға кеүек ҡарайған.


Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ