Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:14 - Инжил

14 Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Йәһүд булмаған халыҡтарҙың ҡануны юҡ, әммә тәбиғи һиҙемләүҙәре буйынса ҡанун бойорғанды үтәһәләр, бының менән нимәне эшләргә ярай, нимәне – юҡ икәнен ҡанунһыҙ ҙа белгәндәрен күрһәтәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай.


Уҙған быуындарҙа Ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдарынан барырға ирек бирҙе.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә.


Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.


Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк буласаҡ, ә уны белә тороп та гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителәсәк.


Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.


Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң?


ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, киреһенсә, мин Мәсих ҡанунына буйһонам.


Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Израиль йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.


Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине.


Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ