13 Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ.
13 Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар.
Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.
Ғайса хәбәр еткереүселәргә: – Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Муса ҡанунды үтәү аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәүсе шул талаптар менән йәшәйәсәк».
Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ.
Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.
Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит.
сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай.
Әммә, үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына минең Хөкөмдарым.
Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.
Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышыусылар, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.
Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу – бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.
Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.
Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була.