11 Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.
– Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.
– Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. –
Ни тиергә һуң? Әллә Алла ғәҙел түгелме? Улай түгел, әлбиттә!
Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай.
Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн иһә бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббыға бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был ерҙә килмешәк булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.