Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 2:10 - Инжил

10 Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Ә изгелек ҡылған һәр кемгә, башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 2:10
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.


Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.


Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер.


– Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән.


Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырған


– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.


Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.


Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!


Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!


Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай.


Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Эйе, яуызлыҡ ҡылыусы һәр кемгә – тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы.


Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша.


Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,


Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – биҙәүестәр өсөн ҡиммәтле, ә икенсеһен сүп-сар өсөн ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни?


Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар.


Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.


Һин уны бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың; уға дан һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең,


Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәре менән бергә эш иткән һәм шул эштәре аша уның иманы камиллашҡан.


Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ