6 Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ.
Унда йыраҡтан ғына ҡарап тороусы бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға Галилеянан алып эйәреп, Уға хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне.
Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?
Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифен менән Трифосҡа ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ.
Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ.
Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.
Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.