Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 16:5 - Инжил

5 Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 16:5
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Минең хаҡҡа икәүләп йәки өсәүләп йыйылһалар, Мин дә улар араһында буласаҡмын.


Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне.


Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте.


Беҙҙең арала Парфия, Мидия, Елам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадокияла, Понтта, Асия өлкәһендә,


Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге.


сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.


Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифен менән Трифосҡа ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ.


Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле.


Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ.


Раббы мине мөхәббәт ептәре менән бәйләгән ҡәҙерле дуҫым Амплийға сәләм әйтегеҙ.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акила менән Прискилла йорттарындағы берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.


Лаодикиялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нимфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ.


Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ