3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ.
3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ.
Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акила, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар.
Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ.
Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле.
Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.
Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ.
Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.
Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.
Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткәндәргә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ.
Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акила менән Прискилла йорттарындағы берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.
Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды.
Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.
Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине танып белмәйҙәр ине.
Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.
Һеҙҙе Иуст ҡушаматлы Ғайса ла сәләмләй. Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.
Прискилла менән Акилаға һәм Онисифорҙар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр.