Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 16:21 - Инжил

21 Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 16:21
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.


Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды.


Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр.


Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Ике ярҙамсыһын, Тимофей менән Ерасты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә ҡалды.


Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы.


Яҡташым Иродионға сәләм әйтегеҙ, Наркисс йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ.


Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар.


Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.


Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм.


Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан


Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Ә хәҙер Тимофей янығыҙҙан ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк осрашырға теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде.


Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат.


ысын имандаш улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


ҡәҙерле улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын.


Имандашыбыҙ Тимофейҙың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ