Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Римдарға 16:2 - Инжил

2 Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Римдарға 16:2
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.


Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым.


Иоппия ҡалаһында күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Тавифа (грекса «Доркас») исемле Ғайсаға инанған бер ҡатын бар ине.


Петр тороп, улар менән бергә Иоппияға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып инделәр. Бөтә тол ҡатындар Петр янына килеп, илай-илай уға Доркас тере сағында теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәттеләр.


Петр уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо, тол ҡатындарҙы һәм бүтән изгеләрҙе саҡырып, Тавифаны улар ҡаршыһына тере килеш баҫтырып ҡуйҙы.


Шуға күрә, Аллаға дан булһын өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.


Филолог менән Юлияға, Нирей менән уның һеңлеһенә, Олимпанға һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм.


Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә.


Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ.


Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ.


Алланың изге халҡы кеүек йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ, һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ.


Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә.


Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем.


Раббы килгән көндә ул Уның ярҙамы менән Алла шәфҡәтен алһын. Уның Ефеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.


өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен;


Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.


Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит.


Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уны сәләмләмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ